VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылға күсерелә

VI Бөтә донъя фольклориадаһы коронавирус хәүефе арҡаһында быйыл уҙғарылмаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙәк матбуғат баҫмалары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа хәбәр итте.
Бөгөн республика Хөкүмәте CIOFF халыҡ-ара ойошмаһынан фольклориаданы күсереү тураһында тәҡдим алды.
"Фольклор фестивале быйыл июлдә үтергә тейеш ине, әммә уны киләһе йылға күсерергә мәжбүрбеҙ. Коронавирус бер ай эсендә үтеп китер тип өмөтләнеп булмай һәм ярамай. Был оҙағыраҡ ваҡытты алыуы ихтимал", - тине төбәк етәксеһе.