Рәсәй делегацияһы CIOFF-тың 49-сы Бөтә донъя конгресында ҡатнаша.

Рәсәй делегацияһы CIOFF-тың 49-сы Бөтә донъя конгресында ҡатнаша.

2019 йылдың 30 октябрендә Чилиҙың баш ҡалаһы Сантьягола Фольклор фестивалдәре ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың 49-сы конгресы үтә. Уның эшендә В. Д. Поленов исемендәге ГДРНТ директоры урынбаҫары, CIOFF-тың милли секцияһы рәйесе Андрей Беляев, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков, Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова ҡатнашты.

Ошо рәсми делегация ағзалары Конгреста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандағы әҙерлек эштәре барышы менән таныштырҙы.

28 октябрҙә CIOFF комитетының Фольклориадаға әҙерлек буйынса ултырышы үтте. Уны CIOFF-тың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты Алехандро Камачо алып барҙы. Ултырышта шулай уҡ CIOFF президенты Филипп Боссан да ҡатнашты. Осрашыуҙа милли мираҫ өлкәһендәге иң әһәмиәтле сараға әҙерлек барышы тикшерелде. Бөтә донъя конгресы 3 нобяргә тиклем дауам итте.

30 октябрҙә Генераль Ассамблеяны асыу булды.